Элвин Грей – Уҙ йондоҙом (Bash) Текст песни (слова)

Элвин Грей – Уҙ йондоҙом (Bash) Текст песни (слова)

Кеше килгәс яҡты донъяға,
Күктә бер йондоҙ ҡабына.
Минең дә йондоҙом
Яҡтырта юлымда.
Ул тора яҙмышым һағында,
Көс бирә арыған сағымда,
Туры юл күрһәтә аҙашып ҡалғанда.
Күңелем моңдарға тулғанда.

Һүнмә генә минең йондоҙом,
Балҡы яҙмышым кугендә!
Еңел булмаһа ла юлым,
Мин бәхетле был ергә килгәнгә.

Йондоҙҙар бик күп йыһанда,
Минең дә йондоҙом бар унда.
Ваҡыт еткәс бер мәл ,
Һүнәсәк бит ул да.
Нурҙар сәсеп ергә артылыр,
Һуңғы тапҡыр юлды яҡтыртыр.
Тик әлегә балҡый
Минең башым осомда.
Йыуата моңланған сағымда.

Һүнмә генә минең йондоҙом,
Балҡы яҙмышым кугендә!
Еңел булмаһа ла юлым,
Мин бәхетле был ергә килгәнгә.

Һәр кемдең бар үҙ йондоҙо,
Һәр кемдең бараһы үҙ юлы,
Шатлыҡтары ҡайғы,
Үҙ моңо- зардары.
Әгәр ҙә ауыр хәлдә ҡалһам,
Тормошҡа ышаныс юғалтһам,
Үҙ йондоҙом мине
Йыуатыр ташламаҫ.
Ул мине яңғыҙым ҡалдырмаҫ

Һүнмә генә минең йондоҙом,
Балҡы яҙмышым кугендә!
Еңел булмаһа ла юлым,
Мин бәхетле был ергә килгәнгә.

Текст песни (слова) Уҙ йондоҙом (Bash)

Элвин Грей — российский певец Радик Юльякшин. Исполняет песни на башкирском, татарском и русском языках. СМИ Волго-Камского региона называют певца «Башкирским Джастином Бибером». Заслуженный артист Республики Башкортостан.

Дата рождения: 17 мая 1989 года, Уфа

Тексты песен Элвин Грей являются собственностью правообладателей. Текст песни “Уҙ йондоҙом (Bash)” представлен исключительно для ознакомления и личного пользования.
All lyrics are property and copyright of their owners. All lyrics provided for educational purposes and personal use only.